Баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән Айгөл Хужина “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырғайны: “Нижегородка биҫтәһендә Промкомбинат туҡталышынан (Кесе Урман заводы урамы, 2-се йорт) 200 метр алыҫлыҡта яртылаш емерек барак ултыра. Уға теләһә кем инеп йөрөй ала. Торошона ҡарап, бына-бына емерелерен аңлау ҡыйын түгел. Уны һүтеп алыу буйынса бер ниндәй ҙә сара күрелмәй. Берәй бәлә-ҡаза булмаһын, тип ҡурҡабыҙ. Был йорт ҡасанға тиклем ошондай хәлдә торор икән?”
“Инцидент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, был мөрәжәғәткә Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенән яуап бирҙеләр.
“12 апрелгә ҡарата коммуналь хеҙмәттәр Кесе урман заводы урамындағы авария хәлендәге 2-се йортто һүтеп алыу эшен тамамланы. Әлеге ваҡытта кешеләрҙең именлегенә бер нимә лә янамай. Әгәр өҫтәмә һорауҙар тыуһа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефондар: 229-04-29, 229-04-30, 229-04-31”.
Фото: Инцидент-Менеджмент системаһы.