Инцидент
13 Апрель 2021, 11:30

Соҡорҙар ямалған

Лев Толстой урамында йәшәгән кешеләр трамвай юлдары аша үтерлек түгел, соҡор-саҡыр ҡамасаулай, тип белдергән.

Республиканың “Инцидент-менеджмент” системаһына баш ҡаланың Орджоникидзе районының Лев Толстой урамында йәшәгән кешеләр мөрәжәғәт иткән. Улар трамвай юлдары аша үтерлек түгел, соҡор-саҡыр ҡамасаулай, тип белдергән.
Кисә иһә, 12 апрелдә, Орджоникидзе районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте эшсәндәре аталған урында, Л. Толстой урамының трамвай үткәүелендә соҡор ремонтын башҡарған.
Орджоникидзе районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, әгәр ошоға оҡшаш проблемалар булһа, төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттең диспетчерына шылтыратырға мөмкин: 216‒36‒11. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм һәр саҡ ярҙамға әҙер, тип белдерә район хакмиәте башлығы Марат Ғәлиуллин.
Фото социаль селтәрҙән, рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас