Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районында йәшәгән Альбина Назарованың мөрәжәғәтен теркәгән.
Үҙе йәшәгән йорт тирәһенең бысраҡ булыуына борсолоуын белдерә ул.
“Ҡар иреү менән “умырзаялар” ҡалҡып сыҡты. Йорт арттарында ҡот-осҡос күренешкә шаһит булаһың. Урам һепереүселәр үҙҙәре генә бындай сүп-сарҙы таҙартып бөтә алмаясаҡ. Кешеләр кешесә йәшәргә теләмәй икән, штрафтар һалыр кәрәк, бәлки аңлатыу эштәре алып барыу һөҙөмтә бирер”, - тип дәғүәһен белдерә ул.
“Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Сабина Фаронова мәғлүмәте буйынса, 12 апрелдә А. Ушакова урамында урынлашҡан 84-се йорттоң биләмәһе 37-се торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан сүп-сарҙан таҙартылған”, - тип яуап бирә район хакимите башлығы Марат Ғәлиуллин.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".