Инцидент
13 Апрель 2021, 18:15

“Урамға сығырлыҡ түгел...”

Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылындағы мәсьәләгә бәйле ниндәй яуаптар алынған?

Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.
Баймаҡ ҡалаһынан Гүзәл Халиҡова түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырған ине: “Урамда XXI быуат. Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында кискеһен урамға сығырлыҡ түгел, дөм ҡараңғы, исмаһам, бер лампа янһасы... Ярҙам итегеҙ”.
Мөрәжәғәт иғтибарһыҙ ҡалманы, уға иң тәүҙә Бикеш ауыл Советы белгестәре тарафынан “2021 йылда Ҡуянтау ауылында, “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса 141 мең һумға торошло эштәр планлаштырылды” тигән яуап бирелде.
Артабан мөрәжәғәткә Баймаҡ районы хакимиәте яуап бирҙе: “25-26 мартта, “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, Ҡуянтау ауылының Юбилей, Баймаҡ, Тыныслыҡ, Мәктәп, Әселе, Юл буйы, Лаборатор, Йылға аръяғы, Таулы, Көньяҡ, Йәштәр урамдарында 25 яңы светодиод яҡтыртҡыс ҡуйылды. Дөйөм алғанда, ауылда 44 фонарь урынлаштырылды, улар барыһы ла эшләй. Тағы ла һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ Бикеш ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, телефон: 4-71-89”.
Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.
Читайте нас