Республиканың “Инцидент-менеджмент” системаһына Мәләүез районының Воскресенск ауылында, Малафеев урамында йәшәүсе Ирина Башкирова мөрәжәғәт иткән.
Белдереүенсә, аталған урам һәр саҡ ҡараңғы, уны яҡтыртыу сараларын күрһендәр өсөн төрлө инстанцияларға яҙып ҡарағандар, әммә проблема бығаса хәл ителмәгән.
“Инцидент” системаһына сигнал килгәс, ауыл урамын яҡтыртыу мәсьәләһен күтәргән ханымдың мөрәжәғәте иғтибарға алынған һәм 23 мартта Ирина Башкирова йәшәгән Малафеев урамындағы 16-сы йорт янындағы бағаналағы фонарҙы алмаштырғандар.
Проблемалар килеп тыуған хәлдә, Воскресенск ауыл биләмәһе хакимиәтенә шылтыратырға мөмкин: +7(34764) 62-4-18. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов белдерә.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.