Ошо көндәрҙә Яңауыл районында ҡот осҡос хәл булған - вахтовиктың мәғәнәһеҙ ҡылығынан янғын сыҡҡан. Был хаҡта "КП-Өфө" мәғлүмәт порталы яҙып сыҡҡан.
Инцидент Юғары Барабановка ауылында 20 апрелдә иртәнге сәғәт 10 тирәһендә була. Сит төбәктә вахта менән эшләгән ир кеше канистр менән спирт алып ҡайта. Әмәлгә ҡалғандай, ҡеүәтен тикшереп ҡарарға була: "шайтан һыуын" канистр ҡапҡасына һала һәм яндырып ҡарай.
- Ҡапыл гөлтләп киткән ут ялҡыны эргәлә торған әйберҙәргә лә тоҡана һәм өйҙә янғын сыға. Ҡот осҡос фажиғәлә ирҙең 87 йәшлек әсәһе һәм 61 йәшлек ағаһы янып үлә. Иҫтән яҙған ирҙең үҙен бергә йәшәгән ҡатын ҡотҡара. Бәхеткә, ул йоҡлап ятҡан еренән уянып китә һәм ирҙе урамға һөйрәп сығара. Икеһе лә иҫән ҡалғандар, - тип белдергәндәр Тәфтиш комитетынан.
Әле тәфтишселәр ҡазаның сәбәптәрен тикшерә. Шулай уҡ ирҙе шик аҫтына алып, сығып йөрөмәү шарты менән, өйөнә ҡайтарғандар. Уға һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше ғүмеренә зыян килтереү буйынса енәйәт эше янай.
Ирҙең уйламай ҡыланыуынан яҡын кешеләренең ғүмере өҙөлөүе бигерәк аяныс.