“Инцидент-менеджмент” системаһына Шишмә районынан Әлфирә Насирова мөрәжәғәт иткән.
Ул транспорт ҡытлығына зарланған.
“Элек республиканың хатта алыҫ төбәктәренә барып етеү еңел ине: электричкалар, автобустар йөрөнө. Хәҙер иһә Алкино-2 ауылында йәшәгәндәр Шишмәгә, район үҙәгенә лә барып етә алмай йонсой, сөнки Шишмә - Алкино-2 маршруты буйынса автобус йөрөүҙән туҡтаны. Ә бит күптәргә йә поликлиникаға, йә күп функциялы үҙәккә, башҡа ойошмаларға барырға кәрәк була! Транспорт мәсьәләһе хәл ителһә ине”, - тип яҙған Әлфирә Насирова.
Шишмә районы хакимиәте түбәндәге яуап биргән: мәсьәлә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә хәл ителгән. Шишмә районының муниципаль маршруттары реестрына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 февраленән район хакимиәте 3-сө “Шишмә- Алкино-2” маршрутын билдәләгән. Маршрут өсөн М. Ғилмановтың шәхси предприятиеһы яуап бирә.
Эш көндәрендә автобус Алкино-2 ауылынан 08-00, 10-30, 13-30 сәғәттәрҙә ҡуҙғала.
Шишмә ауылынан - 09-45, 11-30, 15-30 сәғәттәрҙә.
Пассажирҙар ташыусының телефоны: 8(965)930-65-62.