Инцидент
26 Май 2021, 09:30

Ниһайәт, сүп-сар йыйылды...

"...Һорауым шундай: тоҡтарҙы ҡасан алып китәләр? Бер айҙан һуңмы? Икенәнме?”

Мәғлүм булғанынса, халыҡтың мөрәжәғәттәрен “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәп бара. Ул – Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Автоматлаштырылған был система халыҡтың ниндәйҙер проблема күтәргән һорауҙарын теркәп, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тиҙләтергә ярҙамлаша.
Әйтәйек, май айында бында Благовещен районынан Руслан Уфимскийҙың һорауы ла иғтибарға алынған. Автор әле апрелдә үк сүп-сар йыйыу өмәһенә сығып, юл буйҙарын Иҫке Илек ауылынан башлап Благовещен – Павловка трассаһына ҡәҙәре йыйыштырыуҙары хаҡында яҙа. “Ҡыйҙы йыйып, тоҡтарға тултырҙыҡ. Беҙгә уларҙы шунда, юл буйында ҡалдырырға ҡуштылар. Юл эшселәре менән һөйләшелгән, улар килеп алып китә, тинеләр. Иҫегеҙгә төшөрәм, өмә апрелдә булды. 10 майҙа ошо ерҙән үтергә тура килде. Тоҡтар һаман шунда ята! Ҡайһылары йыртылған, сүп-сар туҙған. Һорауым шундай: тоҡтарҙы ҡасан алып китәләр? Бер айҙан һуңмы? Икенәнме?” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдәрә Руслан.
Район хакимиәтенән алынған яуаптан күренгәнсә, ҡыйҙы ниһайәт йыйып алғандар. “Вәғәҙә ителгәнсә, Благовещен юл ремонт-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре өмәнән һуң ҡалған сүп-сарҙы йыйҙы”, – тип хәбәр ителә унда. Мөрәжәғәт авторына юл буйҙарын йыйыштырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт тә әйтәләр.
Читайте нас