Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы баш ҡаланың Октябрь районынан @veraggr исеме аҫтында яҙышҡан кешенең мөрәжәғәтен теркәгән. Ул, хәүефләнеп: “Дәүләткилдеев урамы, 8-се йорт эргәһендәге шлагбаум янында люк асыҡ тора. Ҡараңғыла абайламай ҡалып, өлкән кеше йәки бала ҡоҙоҡҡа төшөп китергә мөмкин. Хәл итегеҙ, зинһар”, – тип яҙа.
Система теркәгәндән һуң, билдәле, тиҙ арала һорау хәл ителә. Мөрәжәғәтсегә район хакимиәтенән йүнәлтелгән яуапта аталған адрес буйынса асыҡ торған ҡоҙоҡтарҙы япҡандары тураһында хәбәр ителә. Ҡайтанан бындай мәсьәлә килеп тыуа ҡалһа, Октябрьский районы хакимиәтенә шылтыратыр өсөн телефон һандарын да яҙалар.
Мәғлүм булғанынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул халыҡтың көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеүҙә ярҙамлаша.