Инцидент
26 Май 2021, 11:15

Подъезда хәҙер яҡты

“Подъездарҙа яҡтыртыу лампаларын алмаштырмайҙар”, - тип мөрәжәғәт иткән ине Илгиз Ҡотлогилдин.

Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына ябай халыҡтан төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр йыш килә.
Өфө ҡалаһынан Илгиз Ҡотлогилдин түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырған ине: “Беҙҙең Орджоникидзе районында подъездарҙа яҡтыртыу лампаларын алмаштырмайҙар”.
Был мөрәжәғәткә баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте түбәндәгесә яуап бирҙе: “2021 йылдың 17 майында 37-се Торлаҡ-эксплуатация участкаһы хеҙмәткәрҙәре А. Ушаков урамындағы 88/1-се йорттоң өсөнсө подъезында яҡтыртыу ҡорамалдарын алмаштырҙы. Бының ише һорауҙарға оператив яуап алыу өсөн Торлаҡ-эксплуатация участкаһының берҙәм бәйләнеш телефонына, шулай уҡ авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 286-00-90".
Фото: “Инцидент менеджмент” системаһы.
Читайте нас