Инцидент
26 Май 2021, 08:45

Сүп-сар таҙартылған

“Инцидент-менеджмент” системаһына Мәләүез ҡалаһынан Тамара Морозова мөрәжәғәт иткән.

“Инцидент-менеджмент” системаһына Мәләүез ҡалаһынан Тамара Морозова мөрәжәғәт иткән.
Ул төбәк операторы “Эко-Сити” компанияһынан ҡаланың 5-се микрорайонында ярты айҙан ашыу ятҡан эре габаритлы сүп-сарҙы ҡасан сығарыуҙарын, ғөмүмән, уны сығарыуҙың графигы менән ҡыҙыҡһынған.
Мәләүез районы хакимиәтенән түбәндәге яуап килгән: урындағы торлаҡ хужалығы идарасы компанияһы сүп-сар сығарыу тураһында “Эко-Сити” операторы менән килешеү төҙөгән.
12 майҙа 5-се микрорайонында эре сүп-сар өсөн бункер ҡуйылған. Контейнер майҙанын да таҙартҡандар.
Әгәр ҙә тағы шундай хәл ҡабатланһа, 5-се микрорайонда йәшәгән кешеләр “Эко-Сити” төбәк операторының “ҡыҙыу линия”һына көн дә 8:00 - 20:00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итә ала:
(347)298-04-90, 8 965-939-49-00 (Билайн), 8 989-959-49-00 (МТС), 8 937-497-49-00 (Мегафон)
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас