Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләлрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.
Өфө ҡалаһынан Ирина Иванова Шакша биҫтәһенә ингән юлдың торошона ризаһыҙлыҡ белдергән: “Йылдың йыл бер нимә лә үҙгәрмәй, соҡорҙар, километрға һуҙылған тығындар, бысраҡ”, - тип яҙа ул.
Наталья Сурначева ла ошо биҫтәгә ҡағылышлы мәсьәләне күтәргән: “Шөгөр күпере тирәһендәге юлды ҡасан ремонтлаясаҡтар?” – тигән һорауҙы бирә ул.
Был мәрәжәғәттәргә баш ҡаланың Калинин районы хакимиәтенән түбәндәге яуаптар алынған: “Калинин районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте Шакша биҫтәһенә ингән юлды ремонтланы. Шулай уҡ Шөгөр йылғаһы тирәһендәге юлда ла ремонт эштәре башланды”.
Башҡарылған эштәр буйынса фотолар ҙа һалынған.
Фото: “Инцидент менеджмент” системаһы.