Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы баш ҡаланың Ленин районында йәшәүсе Елена Строганованың мөрәжәғәтен теркәгән.
Союз урамындағы 37-се йорт эргәһендәге йырындың сүп-сар түгеү урынына әйләнеүенә борсолоуын белдерә ул.
Ленин районы хакимиәте хеҙмәткәре Ильнара Акбашева хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә райондың коммуналь хеҙмәттәре тарафынан йырын рекультивациялана, уңдырышлы ер менән тулыландырыла.
“Мәсьәләне урынға барып тикшерҙек, һеҙҙе борсоған проблема хәл ителгән, әгәр ҙә өҫтәмә һорауҙарығыҙ булһа, 229-04-29, 229-04-30, 229-04-31 телефондары буйынса Ленин районының коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ”, - тип яҙа ул.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".