Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.
Өфөнөң Октябрь районынан Иван Конюхов Менделеев урамындағы 211-се йорттоң дүртенсе подъезында йыл һайын ҡыйыҡтан һыу ағыуы, һөҙөмтәлә тимербетон түшәмдең авария хәленә етеүе, электр сымдарының хәүеф тыуҙырыуы тураһында хәбәр иткән ине.
Был мөрәжәғәткә баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән тәүҙә ошондай яуап алынған: “Бөгөн, 1 апрелдә, Менделеев урамындағы 211-се йорттоң дүртенсе подъезының ҡыйығын таҙаланыҡ. Ҡыйыҡтан һыу аҡмай, сымдар яҡшы торошта, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Ҡыйыҡты ремонтлау эштәре тейешле һауа шарттары урынлашыу менән башҡарыласаҡ, яҡынса май айының уртаһына планлаштырылды. Ҡыйыҡ яңыртылғандан һуң баҫҡыс майҙансығындағы һыу аҡҡан урындарға косметик ремонт яһаласаҡ”.
Артабан район хакимиәте был мәсьләне контролдә тотоп, эштәрҙе тейешенсә башҡарҙы һәм түбәндәге яуапты ҡалдырҙы: “Рекон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре Менделеев урамындағы 211-се йорттоң ҡыйығын ремонтлап бөттө. Әгәр һеҙҙең һорауҙарығыҙ ҡалһа, Октябрь районының Торлаҡ хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: : 2-927-300”.
Фото: “Инцидент менеджмент” системаһы.