Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләлрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.
Баш ҡаланың Совет районынан Зәлиә Зарипова түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырған ине: “Шәхси секторҙа, Затон күпере янындағы биләмәлә, йәшәйбеҙ. Крупская урамындағы юл бик насар хәлдә. Күптән ремонт булғаны юҡ”.
Был мөрәжәғәткә Өфөнөң Совет районы хакимиәте яуап бирҙе. “12 майҙа коммуналь хеҙмәттәр Крупская урамында юл ремонтын тамамланы. Әгәр һорауҙарығыҙ ҡалһа, 272-16-10 телефоны буйынса коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә шылтыратығыҙ”, - тип әйтелә яуап хатында.
Юл төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң Зәлиә Зарипова рәхмәт һүҙе яҙҙы. “Мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүегеҙ өсөн һеҙгә һәм ремонт эштәрен башҡарған хеҙмәтсәндәргә рәхмәт белдерәм!” – тигән ул.
Фото: “Инцидент менеджмент” системаһы.