Инцидент
3 Июнь 2021, 15:15

Әйтелде - эшләнде!

"Салауаттың бер урамында ла юл тамғалары юҡ. Йәйәүлеләр юлдарында ла, машиналар йөрөгән ерҙә лә".

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Май урталарында система Салауатта йәшәгән Людмила Сычкованың мөрәжәғәтен теркәй. Ҡатын ҡалала юл тамғалары булмауына ялыу яҙған.
“Улар бер урамда ла юҡ. Йәйәүлеләр юлдарында ла, машиналар йөрөгән ерҙә лә. Эштәр ҡасанға планлаштырыла?” – тип ҡыҙыҡһынған ул.
Салауат ҡалаһы хакимиәте мөрәжәғәтте шунда уҡ ҡабул итә. Һәм бер нисә көндән эштәр башлана һәм рәсми яуап килә.
“24 майҙан Салауатта юл тамғалары һыҙа башланыҡ. Эш дауам итә”, – тип яҙалар, фотодәлилдәр ҙә ҡуйылған.
Людмила Сычева иһә мәсьәләнең хәл ителгәне өсөн рәхмәт белдергән.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас