Инцидент
3 Июнь 2021, 15:45

Һыу мәсьәләһе хәл ителде

"Был проблема бер нисә йыл дауам итә, ауыл Советы етәкселеге мәсьәләгә иғтибар бирмәй”.

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы Бәләбәй районы кешеһе мөрәжәғәтен теркәгән.
“Ике аҙна дауамында Бәләбәй районы Надеждино ауылының Баҫыу урамында йәшәүселәр һыу менән тәьмин ителеүҙә тотҡарлыҡтарҙан интегә. Һуңғы ике тәүлектә эсәр һыу бөтөнләй булманы. Һәм был проблема бер нисә йыл дауам итә, ауыл Советы етәкселеге мәсьәләгә иғтибар бирмәй”, - тип яҙа ул.
Исем-шәрифен күрһәтмәгән мөрәжәғәт итеүсегә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев яуап биргән.
“28 майҙа “Бәләбәй водоканалы” Баҫыу урамындағы һыу селтәрҙәрендә һыу күләмен арттырыу буйынса ремонт эштәрен тамамланы. Насос яңыртылды, системала һыу баҫымы арттырылды. Һорауҙарығыҙ булһа, Аксаков ауылы Советына 8(34786)2-34-33 телефоны буйынса шылтыратығыҙ”, - ти хакимиәт башлығы.
Мөрәжәғәт итеүсе проблеманы тиҙ арала хәл иткәндәре өсөн рәхмәт белдергән.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ярҙамлаша.
Фото: partygorsk.com
Читайте нас