Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына ябай халыҡтан төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр йыш килә.
Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә йәшәгәндәр: “Затондағы “Водник” паркындағы сүп-сарҙы йыйыштырығыҙ, зинһар. Бөтә йылға буйы ҡый менән тулы”, - тип мөрәжәғәт ҡалдырған ине.
Был яҙмаға баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән түбәндәге яуап алынған: “Ағымдағы йылдың 19 майында райондың коммуналь хеҙмәттәре “Водник” стадионы артындағы барлыҡ сүп-сарҙы сығарҙы. Әгәр өҫтәмә һорауҙарығыҙ булһа, Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә шылтыратыуығыҙ һорала, телефондар: 229-04-29, 229-04-30, 229-04-31”.
Әлбиттә, халыҡтың тәбиғәт ҡосағындағы, йәмәғәт урындарындағы тәртипһеҙлеккә битараф булмауы яҡшы, әммә һәр беребеҙ тәртип булдырыуҙы үҙебеҙҙән башлайыҡ һәм таҙалаған ерҙә түгел, ә ҡыйламаған ерҙә таҙа булыуын онотмаһаҡ ине.
Фото: “Инцидент менеджмент” системаһы.