Инцидент
16 Июнь 2021, 11:15

Балалар майҙансығы ялт итеп тора

“Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Нефтекама ҡалаһынан Алина Катаеваның мөрәжәғәтен теркәгән.
Балалар майҙансығының торошона борсолоуын белдерә ул.
“Заманса, яңы майҙансыҡ төҙөүен төҙөнөләр ҙә, оноттолар, уның торошо өсөн бер кем дә яуап бирмәй. Бәүелсәктәрҙең береһе юҡҡа сыҡты, каруселдәр боҙолоп бөттө. Балаларға уйнар өсөн уңайлы урын юҡ...” - тип яҙа Алина Катаева.
Күп тә үтмәй, Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән торлаҡ-коммуналь хужалығы тарафынан яңы бәүелсәктәрҙең урынлаштырылыуы, майҙансыҡтың ипкә килтерелеүе тураһында хәбәр килә.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас