“Инцидент-менеджмент” системаһына баш ҡалала йәшәгән Диана Хәлитова мөрәжәғәт иткән, ул Өфөнөң 17-се дауахана эргәһендәге скверҙа урынлашҡан балалар майҙансығының мөшкөл хәлен һүрәтләп биргән, сара күреүҙе үтенгән.
Күптән түгел Орджоникидзе районы хакимиәтенән түбәндәге яуап килгән: “Ағымдағы йылдың 8 июнендә райондың коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре был урында сүп-сарҙы йыйып алған, йәшеллеккә һыу һипкән.
Мәсьәләләр булһа, уларҙы оператив хәл итеү өсөн Орджоникидзе районының диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ: 216‒36‒11”
Фото “Инцидент-менеджмент” системаһының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөнән.