Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы Нуриман районы кешеһе мөрәжәғәтен теркәгән.
Райондың Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән кешеһе Совет урамы, 94-се йортта урам буйын яҡтыртыу менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдергән.
“Икенсе йыл инде яҡтыртҡыс эшләмәй. Янып сығыуы арҡаһында лампаны алмаштырырға тип алдылар ҙа, ошоға тиклем яңыһын ҡуймайҙар”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙәрҙә.
Нуриман районы хакимиәте мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүгә өлгәшә.
“10 июндә һеҙҙең урамда лампа ҡуйылды”, – тип отчет та яҙҙылар.
Ҡарап тороуға ваҡ ҡына кеүек тойолған мәсьәлә урында йәшәгән кешеләр өсөн бик мөһим.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ярҙамлаша.
Фото: Нуриман районы хакимите.