“Инцидент-менеджмент” системаһына баш ҡаланың Ҡулса урамындағы 72-се йорттоң 2-се фатирында йәшәгәндәр мөрәжәғәт иткән.
Улар торлаҡ эсендә һәр саҡ бик ҡараңғы икәнлеген, тәүлек әйләнәһенә электр уты яҡтыртырға мәжбүр булыуҙарын бәйән иткән.
Фатир хужалары бығаса Орджоникидзе районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән һәм яҡтылыҡты ышыҡлаған ағастарҙы ҡырҡыуҙы үтенгән. Әммә унда техник мөмкинлек юҡлығына һылтанғандар.
“Инцидент-менеджмент” системаһында баҫылған был мөрәжәғәткә Орджоникидзе районы хакимиәтенә түбәндәге яуап килгән.
11 июндә 79-сы торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәрҙәре 72-се йорт эргәһендәге биләмәлә үҫкән ағастарға санитар ҡырҡыу ойошторған.
Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин әйтеүенсә, ошоға оҡшаш һорауҙар менән 286-00-90 телефонына тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото “Инцидент-менеджмент” системаһының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөнән.