Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы Мәсетле районы кешеһенән мөрәжәғәт теркәй.
Әйткәндәй, был мөрәжәғәт былтыр июнь айында уҡ килгән була. Ә ошо көндәрҙә иһә уның үтәлеше тураһында хәбәр итәләр. Ни өсөн шулай оҙаҡмы? Сөнки мәсьәлә лә ҙур.
Раушан Хәбибуллин тигән кеше райондың Әләгәҙ менән Мәләкәҫ ауылдары араһындағы юлға асфальт һалыуҙы һорай. “Был участка 20 йылдан ашыу асфальтһыҙ”, – тип яҙа ул.
Мәсетле районы хакимиәте был мөрәжәғәтте эшкә ала. Һөҙөмтәлә Әләгәҙ ауылының Совет урамында иҫкергән асфальтты яңыға алмаштыралар. Ә 2021 йылдың май айына тамға һыҙыу эше ҡалдырыла. Һәм бына ниһайәт, барлыҡ эштәр тамамланған: яңы асфальтҡа тамға ла һыҙылған.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ярҙамлаша.
Фото: Мәсетле районы хакимиәте.