Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына ябай халыҡтан төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр йыш килә.
Өфө районының Калинин районынан Юрий Крылов үҙҙәре йәшәгән йорттоң тышҡы торошона, балалар майҙансығының хәүефле урынға әйләнеүенә, шулай уҡ бер нисә йыл дауамында фатирҙарҙың һаны күрһәтелгән табличка ҡуйҙырта алмауҙарына зарланып мөрәжәғәт иткән ине.
Юрий Крыловтың мөрәжәғәтенә баш ҡаланың Калинин районы хакимиәтенән яуап алынған: “25-се Торлаҡ-эксплуатация участкаһы директоры Мансур Абдуллин хәбәр итеүенсә, Беренсе Май урамындағы 91-се йорттоң инеү урындары ремонтланды”.
Фото: "Инцидент-Менеджмент".