“Инцидент-менеджмент” системаһына Ғафури районының Курорт ауылы кешеләре мөрәжәғәт иткән.
“Беҙ Инеш (Ключевая) урамында йәшәйбеҙ. Йорттарыбыҙ изге сығанаҡ юлында урынлашҡан, шуға машиналар урам аша тура йөрөй.
Әлеге ваҡытта кешеләр күпләп турҙарға йөрөгән миҙгел, машиналар һәм ял итеүселәр бик күп, әммә береһе лә автомобилен түләүле туҡталҡаға ҡуйғыһы килмәй, ә урамдың ике яғынан теҙеп, беҙҙең урамда ҡалдыра. Беҙ ни йөрөй, ни үтә алмайбыҙ.
Йыл һайын ошо проблема буйынса ялыу яҙабыҙ, шунһыҙ мәсьәлә хәл ителмәй. Былтыр шлагбаумды күсерҙеләр, ә ҡышын яңынан урам осона күсереп ҡуйҙылар. Был – урындағы кешеләрҙән көлөү, балаларҙы урамға сығарырға ҡурҡабыҙ, үҙ ҡапҡаларға үтә алмайбыҙ, клаксондар тауышы ҡолаҡ тондора. Был хәлде контролгә алығыҙ!”, - тигән юлдар бар унда.
Был мәсьәлә буйынса сара күрелгән, был хаҡта Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов хат авторы Оксана Козловаға: “Курорт ауылының Инеш урамында шлагбаум ҡуйылды”, - тип яуап биргән.