Инцидент
22 Июнь 2021, 09:45

Яҡында – күл, сүп-сарҙан ул да бысрана...

“Инцидент-менеджмент” системаһы Благовещен ҡалаһынан Зилә Мөхәмәтдинованың мөрәжәғәтен теркәгән.

“Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгән мөрәжәғәттәр араһында яңыраҡ Благовещен ҡалаһынан Зилә Мөхәмәтдинованың яҙмаһы иғтибарға алынған. Автор Йәштәр урамы, 5-се йорт яғында ҡуйылған сүп-сар контейнерынан ҡалдыҡтарҙың елгә осоп, тирә-яҡҡа таралыуына зарланған.
“Мин йорт тирәһен һәм баҡсаны йыйыштырыуҙан арыным. Ғөмүмән, контейнер был урында торорға тейеш түгел. Яҡында – күл, унда ҡоштар килеп оя ҡора. Контейнерҙағы сүп-сар иһә осоп, шул күлгә лә эләгә", – тип яҙған мөрәжәғәтсе, һәм ҡала хакимиәтенән мәсьәләне хәл итеүҙе үтенгән.
Авторға бирелгән яуаптан күренгәненсә, сүп-сар һауытын икенсе ергә күсерер өсөн башта Йәштәр урамында урынлашҡан йорттарҙың хужалары дөйөм йыйылыш үткәрергә, яңы урын һайларға һәм ғаризалар яҙып, йыйылыштың протоколы менән бергә хакимиәткә тапшырырға тейеш була. Был тәртип күҙәтелгәндер, күрәһең, сөнки икенсе хатта ҡала хакимиәте ошо көндәрҙә эре ҡалдыҡтарҙы йыйыр өсөн ҡуйылған контейнерҙы Йәштәр урамынан алып сығып, уны Көньяҡ һәм Урал урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан контейнерҙар майҙансығына килтереп ҡуйыу хаҡында хәбәр иткән. Тирә-яҡҡа һибелгән ҡалдыҡтар йыйып алынып, майҙан тулыһынса тәртипкә килтерелгән. Ысынлап та, автор үҙенең мөрәжәғәтенә ҡуйып ебәргән тәүге фото менән аҙаҡҡыһы (һүрәттә) араһындағы айырма шунда уҡ күҙгә ташлана.
Зилә Мөхәмәтдинова кеүек әүҙем кешеләр халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына иғтибарҙы йүнәлтә. Ә Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө булған “Инцидент-менеджмент” системаһы мәсьәләләрҙең тиҙерәк хәл ителеүенә булышлыҡ итә.
Фото: vk.com
Читайте нас