“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай.
Рәмзиә Сираева Октябрьский ҡалаһындағы 9-сы йорттоң 2-се подъезындағы күтәрмәнең насар булыуы хаҡында яҙған.
“Оло йәштәге кешеләргә урамға сығыуы ауыр. 2020 йылдың йәйендә дүрт подъездан торған йортобоҙҙағы өс подъезда ремонт эштәре атҡарылды. Ә беҙҙең икенсе подъезд ремонтһыҙ ҡалды”, - тип яҙған ҡатын. Был мөрәжәғәткә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән түбәндәге яуап килгән: “Губкин урамындағы 9-сы йорттоң күтәрмәһен тергеҙҙек. Фотоһын бергә һалабыҙ”.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.