Инцидент
29 Июнь 2021, 11:45

Юл проблемаһы хәл ителде

“Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфөнөң Орджоникидзе районында йәшәүсе Ольга Воронинаның мөрәжәғәтен теркәгән.
Блюхер урамындағы юлдың торошона борсолоуын белдерә ул.
“Хәйерле көн. Блюхер урамындағы 6/4 йорт эргәһендәге асфальт юлды тергеҙеп, йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләүегеҙҙе һорайым. Балалар мәктәпкә барғанда, автомобилдәрҙән тапалмаҫ өсөн, газонға һикерергә мәжбүрҙәр. Беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итмәйбеҙ, ә һөҙөмтә юҡ...”- тип яҙа Ольга Воронина.
Күп тә үтмәй, Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллиндан төҙөкләндереү хеҙмәте эшселәре тарафынан Блюхер урамындағы юлдың ремонтланыуы тураһында хәбәр килә.
Ольга Воронина ошо адрес буйынса йәшәүсе граждандар исеменән проблеманың хәл ителеүе өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас