Инцидент
30 Июнь 2021, 04:30

Баҡсасылар тураһында борсолоп

Нефтекама ҡалаһы ситендә баҡсасылар ширҡиәттәре бихисап...

“Нефтекама ҡалаһы ситендә баҡсасылар ширҡиәттәре бихисап. Баҡсасылар 13-сө һанлы автобус менән күберәк йөрөй, ә уларҙың күбеһе оло йәштәге кешеләр. Әммә нисә йыл инде уларға автобустарын асыҡ һауала көтөргә тура килә: ҙур автомобилдәр саң борҡотоп үтә, ямғыр булһа һыу сәсрәй, елдән ышыҡланыр урын юҡ. Һуңғы туҡталышта ғына лапаҫ бар, уны туҡталҡа тип әйтергә тел әйләнмәй. Мәсьәләне бары тик ҡала хакимиәте генә хәл итә ала”, - тип яҙған “Инцидент-менеджмент” системаһына Миләүшә Сиражетдинова. Миләүшәнең һүҙҙәрен баҡсасылар хуплай һәм өҫтәмә автобус булһа, юлда ыҙалап, оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ ине тип билдәләйҙәр.
Был мөрәжәғәттәргә яуап итеп Башҡортостадың транспорт министрлығы “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының 20.10 ваҡыты менән өҫтәмә рейс ебәреүҙәре тураһында хәбәр итә. Был ваҡыт кисен ҡайтырға сыҡҡан баҡсасылар өсөн айырыуса уңайлы. Туҡталыш мәсьәләһе лә тиҙҙән хәл ителәсәк тип белдерәләр Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән.
Читайте нас