Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Миәкә районынан Евгений Мироновтың мөрәжәғәтен теркәгән.
Днепровка ауылындағы күперҙең торошона борсолоуын белдерә ул.
“9 апрелдә ташҡын ваҡытында исем өсөн генә ремонтланған күпер аша һыу китеп, өйөмдө тотоп торған торбаны ағыҙҙы. Ауыл халҡы ошо проблема менән хакимиәткә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараһа ла, мәсьәлә хәл ителмәне. Хәүефле булыуға ҡарамаҫтан, һаман шул күпер аша йөрөргә мәжбүрҙәр. Бөгөн көслө ямғырҙан һуң күпер тағы ла нығыраҡ емерелде. Бөтә ауыл халҡы исеменән һорайым, зинһар, ярҙам итегеҙ”, - тип яҙа ул.
3 июндә хакимиәт башлығы урынбаҫары Раил Борханов урында булып, күпер аша үтергә мөмкинлек барлығын, унан башҡа ауылда йәнә бер юлдың булыуын хәбәр итә. Күперҙе ремонлау өсөн Миәкәбаш ауыл Советына аҡса бүленеүе тураһында белдерә. Күп тә үтмәй, һыу үткәргес торба ла, күпер ҙә ремонтлана.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".