

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе граждандың мөрәжәғәтен теркәгән.
Исем-шәрифен күрһәтмәгән мөрәжәғәт итеүсе юлдарҙағы бордюрҙарҙың торошона борсолоуын белдергән.
“Мин былтыр Маршал Жуков урамының Бикбай урамынан Гагарин урамына тиклемге таҡ яҡ өлөшөндә, тротуарҙар киҫешкән урындарҙа бордюрҙарҙың бейек булыуына дәғүәмде белдереп яҙғайным. 20 бордюрҙың береһен түбәнәйттеләр ҙә, барыһын да эшләнек тип отчет бирҙеләр. Ә унда балалар коляскаһы менән бөтөнләй йөрөп булмай, был арауыҡты инвалидтар нисек үтеүен күҙ алдына ла килтерерлек түгел”, - тип яҙа ул.
Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәил Мирхәйҙәров төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Сипайлово биҫтәһенең М. Жуков урамындағы бордюрҙарҙың ипкә килтерелеүе тураһында белдерә.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".