

Благовещен районында йәшәгән Эдуард Эдов "Инцидент-менеджмент"ҡа рөхсәт ителмәгән урындарға сүп-сар түгелеүе хаҡында мөрәжәғәт иткән.
Системаға килгән бер хәбәр ҙә яуапһыҙ ҡалмай. Эдуард район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Оксана Бочкарёванан яуап ала. Унда әйтелеүенсә, рөхсәт ителмәгән урынға сүп-сар түккән "Азимус" йәмғиәте подряд ойошмаһы ярҙамында барлыҡ түгелгән ҡыйҙы сығарған.
Билдәле булыуынса, "Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек проблемаларын асыҡлап, уларҙы хәл итеүҙә ярҙамлаша. Борсоған һорауҙарығыҙ булһа, "Инцидент-менеджмент" системаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: "Инцидент-менеджмент".