

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы Салауат ҡалаһы кешеһенән мөрәжәғәт теркәй.
Салауат ҡалаһындағы Дзержинский урамындағы 5-се, 7-се йорттар араһындағы ихатала ике ҡоҙоҡ ергә ишелеп төшөп барыуы хаҡында хәбәр иткән. Салауат ҡалаһы хакимиәтенән түбәндәге яуап килгән: “Дзержинский урамындағы 5-се, 7-се йорттар эргәһендәге бер ҡоҙоҡ эргәһендәге асфальтты тергеҙҙек, ә икенсе ҡоҙоҡто, кәрәкмәгәс, алып ташланыҡ”.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.