

Мәләүез ҡалаһынан Ирина Туҡаева Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент”ына мөрәжәғәт итеп, үҙен борсоған мәсьәлә хаҡында белдергән.
“Беҙ былтыр Колхоз урамы буйлап 6-се лицей һәм 8-се мәктәп эргәһендә тротуар һала башлағандарын күреп бик ҡыуанғайныҡ. Төҙөүселәр үҙебеҙҙең яҡтыҡы түгел ине. Һөҙөмтәлә бордюрҙар таралып төштө, ямғырҙар тротуарҙы йыуып “ағыҙҙы”. Фотола һеҙ уның үтә хәүефлеһен күрмәйһегеҙ әле. Уҡыусылар йөрөрлөк яҡшы тротуар беҙҙә булырмы?” - тигән Ирина Туҡаева.
Уның һорауына Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов яуап биргән.
Башлыҡ тәүге яуабында июлгә тиклем тротуарҙы ремонтлап бөтөргә вәғәҙә биргән һәм мәсьәләне контролгә алыуы хаҡында белдергән. Ысынлап та, етәксе һүҙендә торған, 16 июлгә Колхоз урамы буйлап лицей һәм мәктәп эргәһендәге тротуарҙы ремонтлап бөткәндәр. Уҡыусылар хәҙер төҙөк, таҙа юлдан йөрөйәсәк.
Фото: Мәләүез ҡалаһы хакимиәте.