

Краснокама районы Николо-Березовка ауылының Кама магазины янындағы ҡоҙоҡ асыҡ килеш тора. Уны тимер рәшәткә менән 5-6 йәшлек малайҙар ҡаплап ҡуя. "Беҙ ҡоҙоҡҡа бесәйҙәр ҡолап төшөр тип ҡурҡтыҡ", - тиҙәр.
Урындағы халыҡ был хәл тураһында "Инцидент-менеджмент"ҡа хәбәр итә. Һөҙөмтәлә малайҙарҙың ҡурҡыуы оҙаҡҡа булмай: ҡоҙоҡ тиҙ арала ҡаплана. Был хаҡта район хакимиәте хеҙмәткәре белдергән. "Николо-Березовка ауылы хакимиәтенең коммуналь хеҙмәткәрҙәре тарафынан Төҙөүселәр урамы, 49 адресы буйынса урынлашҡан ҡоҙоҡҡа ҡапҡас ҡуйылған. Люктың гильзаһы тейешле нормативтарға ярашлы бетонланған. Ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөү ҡурҡынысы юҡ", - тигән яуап алынған.
Билдәле булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек проблемаларын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент”.