Инцидент
27 Июль 2021, 09:00

“Йорт эргәһен тәртипкә килтерегеҙ!”

"Инцидент-менеджмент" системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә.

“Йорт эргәһен тәртипкә килтерегеҙ!”“Йорт эргәһен тәртипкә килтерегеҙ!”
“Йорт эргәһен тәртипкә килтерегеҙ!”

"Инцидент-менеджмент" системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә.

Салауат ҡалаһынан Евгений Ғафаров түбәндәгеләр хаҡында яҙған: “Салауат ҡалаһының Ғафури урамындағы 4-се йорт эргәһен тәртипкә килтереүҙә ярҙам итегеҙ!”. Уға Салауат ҡалаһы хакимиәтенән башта: “Хәбәрегеҙ эшкә алынды”, -  тип, аҙаҡ: “Ғафури урамындағы 4-се йорт эргәһендәге контейнер майҙансығын ипкә килтерҙек. 19 июлдә  эре габаритлы сүп-сарҙы алып сыҡтыҡ. 23 июлдә яңы контейнерҙар урынлаштырҙыҡ, шулай уҡ ағас ботаҡтарын һәм япраҡтарҙы алдыҡ”, - тигән яуап килгән.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: “Инцидент-менеджмент”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас