

“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән мөрәжәғәт бер ҡасан яуапһыҙ ҡалмай.
Салауат ҡалаһынан Татьяна Никерова юлға асфальт түшәү тураһында һорау күтәрелгән хаттың 58-се торлаҡ-эксплуатациялау идаралығына ебәрелеүе хаҡында мөрәжәғәт иткән. Салауат ҡалаһы хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығынан: “Космонавттар бульварындағы 5-се йорт эргәһендәге квартал араһындағы юлға асфальт түшәнек”, - тигән яуап килгән.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.