

“Мәләүез ҡалаһының Балалар ижады йорто эргәһендәге паркта балалар майҙансығы бар. Бөгөн балам шул майҙансыҡта уйнап йәрәхәтләнде. Шыуып төшөр өсөн ҡуйылған тауҙың ағас баҫҡыстары һурып алынған. Кем был майҙансыҡ өсөн яуаплы?” – тип яҙа социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһына Татьяна Щерба.
Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов билдәләүенсә, мөрәжәғәт теркәлеү менән әлеге майҙансыҡты уратып алғандар. Ә 22 июлдә бөтөн етешһеҙлектәр ҙә төҙәтелгән, һурып алынған таҡталар яңынан һалынған. Әле майҙансыҡ балалар уйыны өсөн хәүефле түгел.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".