Инцидент
28 Июля 2021, 08:20

Майҙансыҡ төҙөк тә, уңайлы ла хәҙер

Балалар уйын майҙансығының хужаһы табылды. 

Майҙансыҡ төҙөк тә, уңайлы ла хәҙерМайҙансыҡ төҙөк тә, уңайлы ла хәҙер
Майҙансыҡ төҙөк тә, уңайлы ла хәҙер

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” хеҙмәткәрҙәренә Мәләүез ҡалаһынан Татьяна Щерба шундай һорау менән мөрәжәғәт иткән: ”Ҡаланың Ижад һарайы артында балалар өсөн уйын майҙансығы бар. Бында тау комплексы ҡуйылған. Балалар уға менергә ярата. Тик таҡталары һынған. Бөгөн минең балам тимер балкаға йығылып төштө.  Ни өсөн ремонтламайҙар? Кем майҙансыҡты тәртиптә тоторға тейеш?”

 

Татьяна Щербаның мөрәжәғәтенә  Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов яуап биргән. “22 июлдә балалар майҙансығындағы уйын элементтары ремонтланды,”- тиелә яуапта. Тимәк, хәҙер балалар майҙансығы гөрләп торасаҡ.

 

Фото: VK.com

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас