Инцидент
28 Июль 2021, 12:30

Салауат ҡалаһында юл төҙөкләндерелгән

“Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Салауат ҡалаһында юл төҙөкләндерелгәнСалауат ҡалаһында юл төҙөкләндерелгән
Салауат ҡалаһында юл төҙөкләндерелгән

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһына Салауат ҡалаһынан Татьяна Поливатова яҙған.

“Еңеүгә – 30 йыл урамы буйлап үтеүе ауыр, һәр метры һайын тигәндәй - соҡор. Ҡасан ремонт эшләнер икән?” - тип һорай ул.

Ҡала хужалығы идаралығы етәксеһе Булат Садыҡов билдәләүенсә, әлеге урамда төҙөкләндереү эштәре тамам. Соҡорҙарҙы июль башында ямағандар. Һүҙҙәрен дәлилләп, ул фотолар ҙа ебәргән. Тимәк, был урам буйлап хәҙер рәхәтләнеп йөрөргә була.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша. 

 

Фото: "Инцидент-менеджмент". 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас