Инцидент
28 Июль 2021, 07:30

Туҡталыш яңы төҫ алған

“Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Туҡталыш яңы төҫ алғанТуҡталыш яңы төҫ алған
Туҡталыш яңы төҫ алған

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Кумертау ҡалаһынынан Сергей Жердевтың  мөрәжәғәтен теркәгән. Кумертау ҡалаһындағы туҡталыштың торошона борсолоуын белдерә ул.

“Хәйерле көн. Кумертау ҡалаһының “Кирбес заводы” туҡталышының ҡыйығындағы профнастил күптән айырылып сыҡҡайны, йүнәтеүсе юҡ, был уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Биҫтәләге башҡа туҡталыштарҙың торошо ла насар. Зинһар ярҙам итегеҙ”, - тип яҙа ул.

31 майҙа Кумертау ҡалаһы башлығы Олег Фролов “Юл-йәшелләндереү эштәре” муниципаль унитар предприятиеһы тарафынан “Кирбес заводы” туҡталышының ҡыйығы ремонтланыуы тураһында яуап яҙа.

13 июлдә мөрәжәғәт итеүсе йәнә бер хәбәр ала. Хакимиәт башлығы унда туҡталҡаны, эскәмйәләрҙе буяуҙары тураһында белдерә.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас