

Май башында социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһына Елена Соловьева үҙенең теләген яҙып ҡалдыра: “Бишбүләк районы үҙәгендә аҡҡан Ҡыңғыр йылғаһы аша заманса, матур күпер төҙөлһә ине. Ауыл советына барған һайын ошо хаҡта хыялланам”, - тигән ул.
Елена Соловьеваның мөрәжәғәтен район хакимиәте башлығы Артур Зарипов хуплап, төҙөкләндереү эштәренең быйыл йәй айҙарына планлаштырыуын белдергәйне. Бөгөн иһә район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыңғыр йылғаһы аша яңы күпер һалынған! Ул тап Елена Соловьева хыялланғанса заманса һәм матур.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: Инцидент-менеджмент.