

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы Салауат ҡалаһы кешеһенең мөрәжәғәтен теркәгән.
Салауат ҡалаһынан Батыр аллеяһында ҡыш көндәре соҡор ҡаҙыуҙары, торбаларҙы ремонтлауҙары, һөҙөмтәлә асфальтты емереп бөтөүҙәре хаҡында хәбәр ителгән.
“Барыһын да элекке хәленә ҡайтарып булмаймы? Асфальт һалып, клумбаны тәртипкә килтерергә ярамаймы? Һөрөп бөтөрҙөләр...” - тиелгән мөрәжәғәттә.
Салауат ҡалаһы хакимиәтенән түбәндәге яуап килгән: “Салауат Юлаев урамындағы аллеялағы асфальт япмаһын тергеҙҙек, фото беркетелә”.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.