Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
30 Июль 2021, 23:00

Күперҙән ҡурҡмай үтергә мөмкин

"Йәйәүлеләрҙе һәм водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡырам, ни өсөн тигәндә..."

Күперҙән ҡурҡмай үтергә мөмкин
Күперҙән ҡурҡмай үтергә мөмкин

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Дамир Хажиев күперҙең насар торошона зарланып "Инцидент-менеждмент"ҡа яҙған.

"Йәйәүлеләрҙе һәм водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡырам, – тип башлаған ул хатын. – Күпер урамындағы күпер тәүлек әйләнәһенә гөжләп тора, хәрәкәт унда бер ҡасан да тынмай. Һөҙөмтәлә ҡоролма емерелер хәлгә етте".

Дамир Хажиев әйтеүенсә, быға Оло Ыҡтамаҡ ауылы хакимиәте башлығы яуаплы. Күпер бынан 25-30 йыл элек ремонтланғандыр.

Мөрәжәғәткә Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап биргән: "2021 йылдың 28 июленә күперҙе йүнәтеү эштәре тамамланды".

Фото: Мәсетле районы хакимиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: