Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
31 Июль 2021, 10:30

Ҡандра эргәһендә авариялар кәмерме?

"Килгән яуаптарҙа ике һүҙ: “аҡса юҡ!” Был юлда бер баланы бәрҙерҙеләр инде".

Ҡандра эргәһендә авариялар кәмерме?
Ҡандра эргәһендә авариялар кәмерме?

Ҡандра ҡасабаһы эргәһендә авариялар йыш була. Статистика мәғлүмәттәре лә быға дәлил. Ауыл халҡы авариялар күплегенә, юлдарҙа хәүефле булыуына зарланып социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһына ла йыш мөрәжәғәт итә.

“Радий Фәрит улы, беҙҙең юлдарҙа кешеләр күп һәләк була. Һеҙ ҙә был хаҡта йыш әйтәһегеҙ. Беҙҙең Ҡандра ауылы халҡы, айырыуса Колхоз урамында йәшәүселәр, дүрт йыл рәттән автомобилдәр тиҙлекте арттырмаһын өсөн махсус һыҙат эшләүҙәрен һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт итәбеҙ. Килгән яуаптарҙа ике һүҙ: “аҡса юҡ!” Был юлда бер баланы бәрҙерҙеләр инде. Тағы фажиғәле осраҡ булыуын көтәләр ахыры...” – тип яҙа Роза исемле ханым.

Уның мөрәжәғәтенә яуап биреп, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марсель Сафин подрядсы ойошманың махсус һыҙатты һалыуын белдерҙе һәм дәлил итеп фотоһын да һалды.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: