Инцидент
6 Август 2021, 09:00

Өр-яңыһы ҡуйыласаҡ

Магнитогорск яғынан Әбйәлил районы биләмәһенә ингән урында ҡуйылған стела ҡайҙа булған?

Өр-яңыһы ҡуйыласаҡӨр-яңыһы ҡуйыласаҡ
Өр-яңыһы ҡуйыласаҡ

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе власть органдарының  социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша тиҙ арала хәл итеү – тиҙ һәм һөҙөмтәле ысул. Шундай мөрәжәғәттәрҙең береһе ошо көндәрҙә республика Башлығының сәхифәһендә баҫылған.

 

Әбйәлил районынан Вадим Ниғмәтуллин ошо көндәрҙә төбәктә юл япмаларын яңыртыуҙарын, тирә-йүнде тәртипкә килтереүҙәрен яҙа һәм шул уҡ ваҡытта Магнитогорск ҡалаһы яғынан Башҡортостанға, Әбйәлил районы биләмәһенә ингән урында ҡуйылған стеланың юҡҡа сығыуын билдәләй, бығаса уға бөтөнләй иғтибар булмауын, уның хәле мөшкөллөгөн һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әүҙем граждан стела урынына яңынан ҡуйылырмы, яңыртылырмы, тип ҡыҙыҡһына.

 

Был һорауға Әбйәлил районы хакимиәтенән ошондай яуап килгән:

 

“Район  төҙөкләндерелә, был һәр кем өсөн шатлыҡлы. Стелаға килгәндә, ул торған урын, ысынлап та, Магнитогорск яғынан беҙҙең республикаға ингән ҡапҡа булып тора. Ә стеланы үткән быуаттың 70-се йылдарында “Красная Башкирия” совхозы ҡуйған һәм ул күптән иҫкергән. Беҙ уны рәткә килтерергә тырыштыҡ, әммә конструкция быға яраҡһыҙ булып сыҡты. Әле иһә уны бөтөнләй алып ташланыҡ һәм 2021 йылдың октябрь аҙағына тиклем унда өр-яңы конструкция ҡуйыласаҡ. Был хаҡта майҙа уҡ район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткәйне. Стеланың эскизы өҫтөндә билдәле рәссам Ринат Атауллин эшләй. Шулай уҡ, эскиздар буйыса беҙ район халҡынан дә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтәбеҙ. Уны adm01@bashkortostan.ru.  адресы буйынса ебәрергә мөмкин”, - тигән юлдар бар унда.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас