Инцидент
8 Август 2021, 03:30

Рәхмәттәр нығыраҡ ҡыуандыра

Бүздәктәр ҡыуаныс кисергән. 

Рәхмәттәр нығыраҡ ҡыуандыраРәхмәттәр нығыраҡ ҡыуандыра
Рәхмәттәр нығыраҡ ҡыуандыра

Республикаға идара итеү үҙәге эшендә иң күңеллеһе – кешеләрҙең рәхмәтен алыу. Шундайҙарҙың береһен ошо көндәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгән.

“Бүздәк ауылының Т. Фәхретдинов урамында йәшәгән кешеләр исеменән эшегеҙ – урамыбыҙ ремонты өсөн рәхмәт әйткем килә. Проблема хәл ителер тип ышандыҡ һәм көттөк. Ниһайәт, яҡшы һөҙөмтә бар. Урында йәшәгән кешеләрҙең теләһә ниндәй һауа шарттарында ла ҡаршылыҡтарһыҙ өйөнә ҡайтыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Үҙ хеҙмәтен һалған һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә 4 августа Эльвира Йосопова.

Бүздәк районы юлсылары иһә ҙур эш башҡарған. Быйыл Бүздәк ауылының Көньяҡ биҫтәһендә туғыҙ урам ремонтланды. Сиратта – йәнә биш урам, шул иҫәптән Миннибаев урамы. Эштәр контрактҡа ярашлы ваҡытында, 2021 йылдың 30 октябренә тиклем тамамланасаҡ.

2019 йылда юлсылар 55 урамға ҡырсынташ түшәгән, 2020 йылда – 58 урамға.

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәрҙә ялыуҙар ғына түгел, ә халыҡтан рәхмәттәр алһа бик ҡыуана. Был уларҙы ҡанатландыра һәм тағы ла яҡшыраҡ эшләү мөмкинлеге бирә.



#ЦУРБашкортостан_решаемвместе #ЦУРБашкортостан_благодарность #Буздякскийрайон

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас