

“Инцидент-менеджмент” системаһы Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Унда халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы ебәрә һәм тиҙ арала яуап ала.
Сираттағы ошондай мөрәжәғәт Өфө районының Совет районынан. Ҡыҫҡа ғына, әммә үҙҙәре өсөн мөһим проблема тураһында Александр Сахаров тигән кеше яҙған. “Өфө. Владивосток урамы, 12. Соҡорҙар. Йорт ситендә соҡорҙар”, – тигән ул.
Совет районы хакимиәте лә эште оҙаҡҡа һуҙмай.
“Төҙөкләндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 5 августа Владивосток урамы, 12-се йорт янындағы юлдың соҡорҙарын ремонтланы. Әгәр һорауҙарығыҙ ҡалһа, Совет районының төҙөкләндереү хеҙмәтенә, 223-44-42 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ”, – тип яуап бирәләр уға.
Фото: социаль селтәрҙәр.