Инцидент
10 Август 2021, 12:40

Йәйәүлеләр күп йөрөгәс...

Ысынлап та, был йорт янында йәйәүлеләр күпләп йөрөй, шуға күрә хакимиәт унда тротауар эшләргә ҡарар итә.

Йәйәүлеләр күп йөрөгәс...Йәйәүлеләр күп йөрөгәс...
Йәйәүлеләр күп йөрөгәс...

“Инцидент-менеджмент” системаһы - Республикаға идара итеү үҙәгенең мөһим тармағы. Уның ярҙамында Башҡортостанда күп мәсьәләләр хәл ителә, ошо сәбәпле йәшәү сифаты күтәрелә.

 

Система тотоп алған сираттағы мөрәжәғәт Өфө ҡалаһының Совет районынан. Артур Арипов тигән кеше яҙған уны.

 

“Йәйәүлеләр бик күпләп йөрөүе сәбәпле, Баҡалы урамы, 70/2-се йорт янындағы газон даими рәүештә рәттән сыға. Һеҙҙән был юлдарға йә асфальт түшәүҙе, йә сикләүҙе һорайым”, – тигән ул.

 

Күп тә үтмәй, Совет районы хакимиәте мөрәжәғәтте ҡәнәғәтләндерә. Ысынлап та, был йорт янында йәйәүлеләр күпләп йөрөй, шуға күрә хакимиәт унда тротауар эшләргә ҡарар итә. 5 августа районды төҙөкләндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләр юлын эшләп тә ҡуйған.

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас