Инцидент
11 Августа 2021, 09:15

"Беҙ, әлбиттә, ремонтларбыҙ"...

Салауат ҡалаһындағы яр буйын төҙөкләндереү эштәре әле тамамланып та өлгөрмәгән, ә вандалдар уны емерә лә башлаған.

"Беҙ, әлбиттә, ремонтларбыҙ"..."Беҙ, әлбиттә, ремонтларбыҙ"...
"Беҙ, әлбиттә, ремонтларбыҙ"...

“Балалар бәүелсәге ватылған. Батут йыртылған. Тренажерҙарҙа болттар бороп алынған!”

Салауат ҡалаһындағы яңы яр буйы вандалдарҙы йәлеп иткән урынға әйләнгән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә урындағы халыҡ сигналдар ебәрә. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге аша был мөрәжәғәттәрҙең бөтәһе лә Салауат ҡалаһы хакимиәтенә йүнәлтелгән.

 

Ысынлап та, йәйҙең тәүге яртыһында хулигандар батутты йыртҡан, тренажерҙарҙан шөрөптәрҙе бороп алған, каруселдәрҙе емергән. Ҡала хакимиәте иһә бларҙың барыһын да ремонтлаған, алмаштырған һәм тәртипкә килтергән. Бер юлы теннис өҫтәлдәрен дә шылдырып ҡуйғандар, спорт снарядтары араһында иркенерәк урын ҡалдырыуҙы шулай уҡ кешеләр социаль селтәр аша һораған булған икән.

 

Салауат ҡалаһындағы яр буйын төҙөкләндереү эштәре әле тамамланып та өлгөрмәгән, ә вандалдар уны емерә лә башлаған.

“Беҙ, әлбиттә, бындай һәр мөрәжәғәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, ә властар ремотлаясаҡ. Тик әйҙәгеҙ, булдырылған нәмәне һаҡлайыҡ!” – ти Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

#ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас